8 декабрь, Кесе йома

03 декабрь 2012 йыл, 13:11

Башҡортостан Президенты «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумында сығыш яһаны

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форум-күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Республика башлығы «бәләкәй ҡалалар» төшөнсәһе менән килешеп етмәүе хаҡында әйтте. Сөнки «теге йәки был ҡалала йәшәгән һәр кеше өсөн ул ҙур ҡала булып тора – был уның төп йәшәү урыны», тип билдәләне Президент.

— Үҫеш нөктәләренә килгәндә иһә, был ысынында ла шулай, — тине Президент. – Ниндәй генә ваҡиғалар булыуға ҡарамаҫтан, алға китеш бар. Беҙ көрсөктәрҙән дә, һалҡын елдәрҙән дә, ҡануниәт үҙгәреүенән дә ҡурҡмайбыҙ. Алға китеште, үҫеште туҡтатып булмай.

Рөстәм Хәмитов былтыр ошо уҡ залда етди һөйләшеү булғанын иҫкә төшөрҙө.

— Ул беҙҙең тәүге осрашыу булғайны. Ул ваҡытта ниндәйҙер пессимизмға ла урын бар ине. Ә хәҙер Форумда ҡатнашыусыларҙың кәйефе башҡаса, тип хәбәр иттеләр миңә. Күберәк оптимизм, дөрөҫ һәм хаҡ эштәр башҡарыуыбыҙға ышаныс, аңлау бар. Әммә быға ҡарамаҫтан, үткән йылға йомғаҡ яһап, алдағы һәм урта сроклы перспективаға бурыстар билдәләргә лә була.

Әлбиттә, Форумдың исеменә һалынған төп идеяны хуплайым. Үҫеш нөктәләре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың сәнәғәт производстволарын биргән территориялар булыуын ғына түгел, ә унан йәмғиәтебеҙ өсөн яҡшы энергия, ыңғай күренештәр килеүен дә аңлайбыҙ. Эшҡыуарҙар яңы производстволар аса, талап ителгән хеҙмәттәр, тауарҙар менән тәьмин итә, социаль инфраструктураны нығыта, эш урындары булдыра, һалымдар түләй. Һәм беҙҙең социаль һәм иҡтисади именлегебеҙ бындай кешеләргә үҙҙәренең эштәрен асыу өсөн ни тиклем уңайлы шарттар булдыра алыуыбыҙҙан тора.

Республика башлығы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ентекле анализ яһаны, «республикала 450 меңдән ашыу кеше – халыҡтың 10 проценттан ашыуы бәләкәй бизнес менән мәшғүл», тип билдәләне.

— 1 ноябргә ҡарата бәләкәй һәм урта бизнестан алынған һалымдар бер миллиард һумға артып, биш миллиард һумға етте. Бюджетҡа килгәндә, унда бөгөнгө көндә 100 миллиард һум иҫәпләнә. Бәләкәй бизнес уның биш процентын тәшил итә. 450 мең кеше әлеге ваҡытта бәләкәй бизнес менән шөғөлләнә, улар эшкә яраҡлы халыҡтың утыҙ процентын тәшкил итә. Йәғни бында һөҙөмтәлелек кимәле беҙ талап иткәнсә түгел әлегә, — тип иҫәпләй Президент. Шулай ҙа, уның фекеренсә, бындай позициялар насар түгел.

— Өс-дүрт йыл элек булғанға ҡарағанда, был күпкә яҡшыраҡ. Беҙҙең халыҡтың эшҡыуарлыҡҡа һәләте бар, әммә ул тулы кимәлдә ҡулланылмай. Шартлы рәүештә «социалистик» тип аталған формациянан «баҙар формацияһы»на күсеү йәмғиәткә ауыр бирелә. Был процесс оҙаҡҡа һуҙыла. Әммә ул тиҙ була алмай, сөнки халыҡтың күпселек өлөшө иҫке ҡағиҙәләр, элекке идеология менән йәшәй һәм капитал, шәхси эшҡыуар хөкөм иткән бөгөнгө тормошҡа аяҡ баҫырға теләмәй. Йәнә был уға ауыр бирелә. Тормош талап иткән осраҡта ғына, кеше ҡайһы саҡ ысынлап та бизнес менән шөғөлләнә башлай. Был залда мәжбүри рәүештә түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса бизнес менән шөғөлләнгән кешеләр йыйылғандыр, тип ышанам. Был һеҙҙең йәшәү рәүеше, һеҙҙең идеология.

Эшҡыуарҙар үҙҙәре айырым бер өлкә биләй. Бөгөн был, нигеҙҙә, сауҙа, автосервис, көнкүреш изделиеларын ремонтлау, күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы операциялар, төҙөлөш. Әммә иҡтисадтың реаль секторында, эшкәртеү производстволарында, ағас эшкәртеү һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеү өлкәләрендә әүҙемерәк ҡатнашыу зарур. Тик ундай баҙарға нисек эләгергә? Унда беҙҙе кем көтә? Һүҙ бәләкәй эшҡыуарҙар һәм урта бизнес хаҡында бара. Унда ҙур капитал хөкөм һөрә. Уларҙың эштәре яҡшы бара һәм бәләкәй предприятиеларға иғтибар бүлеп тормаясаҡтар. Әммә тағы ла бер тапҡыр әйтәм: бәләкәй бизнес иҡтисадтың реаль секторына сығырға тейеш.

Президент бәләкәй бизнес үҫешен тотҡарлаған бер нисә проблемаға туҡталды. Атап әйткәндә, был административ кәртәләр мәсьәләһе. Уны хәл итеүҙә республика етәкселеге ағымдағы йылдың мартында эшләй башлаған эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил институтына өмөттәр бағлай. Алдағы ваҡытта урындарҙа инвестициялар буйынса ла вәкилдәр эшләй башлаясаҡ.

Бәләкәй бизнесҡа ҡағылышлы йәнә бер проблема – ул эш хаҡы кимәленең түбән булыуы. Беренсе ярты йыллыҡта бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларында уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы ни бары ун дүрт мең һум тәшкил иткән.

Республика башлығы фекеренсә, төбәктең ҡануниәтен камиллаштырыу зарур. Ул эшлекле мөхитте яҡшыртыуға йүнәлтелгән булырға тейеш. Был йәһәттән алға китеш бар.

— Һәр яҡшы хужаның бер аҙ запасы булырға тейеш. Ул беҙҙә бар. Әммә бының менән генә сикләнмәй, артабан үҫешергә кәрәк. Әле яңы саҡ ҙур теләк менән эшкә тотондоҡ, бер-беребеҙгә ышана башланыҡ. Советтар Союзы осорондағы кеүек эшҡыуарлыҡҡа һағайып ҡарау бөгөн юҡ. Был залда ултырған эшҡыуарҙар – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә файҙалы һәм хаҡ эштәр башҡарған кешеләр. Шуға күрә бындай кешеләргә һәр саҡ ярҙам итәсәкмен, — тип һүҙен йомғаҡланы Президент.

Республика башлығы сығышының тулы тексы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.