6 декабрь, Шишәмбе

03 декабрь 2012 йыл, 10:07

Рөстәм Хәмитов «Стәрлетамаҡ-Арена» һарайын Яңы йылға тиклем төҙөп бөтөргә ҡушты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Стәрлетамаҡҡа эш визиты барышында физкультура-спорт комплексында булды. Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш эштәре, ниһайәт, аҙағына яҡынлаша.

Муниципаль спорт учреждениеһында волейбол, баскетбол, гандбол, футбол, теннис, хоккей, фигуралы шыуыу буйынса тренировкалар үткәреләсәк. Һарайҙа бер юлы 800 бала шөғөлләнә ала, боҙ аренаһы 2500 тамашасыны һыйҙыра.

Рөстәм Хәмитов боҙ майҙансығын һәм универсаль спорт залын ҡарап сыҡты. Ҡала хакимиәте етәкселеге менән һөйләшкәндән һуң, Президент һарайҙы бер айҙан файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре объектты ваҡытында сафҡа индерергә вәғәҙәләне.