Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Стәрлетамаҡ индустриаль технопаркында булды

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты «Стәрлетамаҡ производство-технология үҙәге» индустриаль паркында булды. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, технопарк 2007 йылда элекке күн-аяҡ кейемдәре заводы корпусында асылған. Бөгөн 33 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан туғыҙ производствола 396 кеше эшләй.

Бәләкәй заводтарҙы реконструкциялауға милек хужалары – 140 миллион һум, резидент-ойошмалар 570 миллион һум инвестициялар һалған.

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт изделиелары өсөн ярымфабрикаттар етештереүсе «Башҡортостан быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, кабель пластикаттар эшләп сығарыусы  «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, төҙөлөш ихтыяждары өсөн пенопласт етештереүсе «Башмонолит» яуаплылығы сикләгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты.

Шулай уҡ индустриаль паркта «Башкопмаунд» фәнни-производство үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Урал быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡа сәнәғәт предприятиелары эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть