Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Стәрлетамаҡтың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында булды

Йәмғиәт

30 ноябрҙә, Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре сиктәрендә, Рөстәм Хәмитов 37-се бала баҡсаһының реконструкциянан һуң асылған филиалында булды. Учреждение 55 балаға иҫәпләнгән, унда 20 өҫтәмә эш урыны булдырылған. Капиталь ремонттан һуң был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы барлыҡ санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә тап килә. Уны реконструкциялауға төрлө бюджет сығанаҡтарынан 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Республика башлығы шулай уҡ ҡалала берҙән бер булған «Бәхетле бала саҡ» исемле ҙур шәхси бала баҡсаһында булды, ул 80 урынға иҫәпләнгән. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта бер нисә шәхси балалар клубы ла эшләй.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағынаса реконструкциянан һуң йәнә биш бала баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бөгөнгө көнгә йәмғеһе 6,5 мең сабый бала баҡсаларына сиратта тора. Яңыртылған биналар был сиратты 400 балаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть