9 декабрь, Йома

30 ноябрь 2012 йыл, 17:35

Рөстәм Хәмитов «Магнит» сауҙа селтәре менеджерҙарын урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында 30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты «Магнит» сауҙа селтәренең бүлеү үҙәгендә булды. Яңы төҙөлгән база ағымдағы йылдың авгусынан башлап эшләй һәм Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Ырымбур, Орск ҡалаларында урынлашҡан 451 магазинға тауар поставкалай, тип хәбәр иттеләр үҙәк хакимиәтенән.

Бүлеү үҙәге менеджерҙары Рөстәм Хәмитовты предприятие эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, аҙыҡ-түлек продукттарын һаҡлау бүлектәрен күрһәтте. Президент сауҙа селтәренең урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙәттәшлек итеү-итмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Мин тик үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, етештерелгән продукттар һатып алам һәм уларҙың сифатынан ҡәнәғәтмен, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

«Магнит» вәкилдәре хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте, тик продукция сауҙа селтәре параметрҙарына тап килергә тейеш.  

Менеджерҙар билдәләүенсә, сауҙа селтәре республика халҡын 1700 эш урыны менән тьмин иткән, йыл аҙағынаса был һан 1900-гә етәсәк – декабрҙә йәнә 19 магазин асыу планлаштырыла.

— Һеҙ яҡшы эшмәкәрлек алып бараһығыҙ. Әммә тағы ла күберәк кәрәк. Һеҙҙә эшләгән кешеләр балаларын урындағы бала баҡсаларына һәм мәктәптәргә алып барасаҡ. Уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡтарын арттырырға кәрәк. Әгәр һеҙ бында теркәлгән булһағыҙ, һалымдарығыҙ республикала ҡалыр ине. Бизнесты үҫтереү буйынса һеҙҙең акционер менән һөйләшеү үткәрәсәкбеҙ. Билдәле шарттарҙа ташламалар булдырырға ла әҙербеҙ. Беҙ донор булырға теләмәйбеҙ, паритетлы нигеҙҙә эшләүҙе өҫтөн күрәбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.