4 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2012 йыл, 16:17

Благовещен районында Республика ветерандар советы президиумының күсмә ултырышы үтте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Таһир Фәйзуллин

Көн элгәре Благовещен районының Ильино-Поляна ауылында Республика ветерандар советы президиумының беренсе күсмә ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар реконструкцияланған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған участка дауаханаһын ҡараны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды, ремонтланған һәм яңыртылған ауыл мәктәбендә булды, унда уҡыусылар һәм педагогтар менән аралашты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Панорама» гәзите хеҙмәткәре Таһир Фәйзуллин.

Ултырыштың пленар өлөшөндә Благовещен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әниф Ғиниәтов сарала ҡатнашыусыларҙы муниципаль район эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре менән таныштырҙы, райондың ветерандар ойошмаһы рәйесе Валентина Бажина берләшмә эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһаны. Артабан Республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмов яңыраҡ үткән Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмалары пленумында ҡаралған төп мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ултырыш һуңында Марат Сабит улы, президиум ултырышын бындай форматта үткәреү тулыһынса үҙен аҡланы, тип билдәләне. Бындай саралар ветерандар менән туранан-тура аралашыуҙың, шулай уҡ урындарҙа үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү буйынса эшмәкәрлек алып барыуҙың ни тиклем файҙалы һәм мөһим булыуын күрһәтә.