Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Краснокама районы хакимиәте башлығы итеп йәнә Рәзиф Ғилмуллин һайланды

Сәйәсәт

30 ноябрҙә Краснокама районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын контракт буйынса тәғәйенләү мәсьәләһе тикшерелде. Хакимиәт башлығы вазифаһына конкурс һөҙөмтәләре буйынса конкурс комиссияһы ике кандидатты тәҡдим итте. Улар – Нефтекама район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Рәиф Мөхәмәтнуров һәм муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәзиф Ғилмуллин. Ике кандидат та район Советы депутаттарына районды үҫтереү буйынса үҙ программаларын тәҡдим итте.

Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә райондың өсөнсө саҡырылыш Советы депутаттары Краснокама районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына Рәзиф Ғилмуллинды тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Уның менән контрактҡа Совет рәйесе Хәмит Ситдиков ҡул ҡуйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть