8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2012 йыл, 12:53

Рәшиҙә Солтанова: «Башҡортостан Президентының 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеүе бик дөрөҫ»

автор: Людмила Терновая

— Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт һәм граждандарҙың әхлаҡи кимәлен күтәреү мәсьәләләре өҫтөнлөклө бурыстар булараҡ тәүгә билдәләнде, — тип Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. — «Аҡыллы йәмғиәт» төшөнсәһе – киләсәкте яңыса күреү. Ул аҡыллы кешеләрҙең, профессионалдарҙың булыуын күҙ уңында тота.

Рәшиҙә Солтанова фекеренсә, республика Президентының 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тураһындағы ҡарары ваҡытында һәм дөрөҫ ҡабул ителгән.

— Президенттың киләһе йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарын хуплайым. Был йүнәлеш туранан-тура беҙҙең сәләмәт булыуыбыҙға бәйле. Иғлан ителгән йыл сиктәрендә үткәреләсәк саралар ярҙамында экология һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш йәһәтенән халыҡтың үҙаң кимәле күтәрелер, тип уйлайым. Республика Президенты менән ҡуйылған бурыстарҙы депутаттар һәм йәмәғәтселек үтәй аласаҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.