6 декабрь, Шишәмбе

30 ноябрь 2012 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов «Транснефтепродукт» компанияһы башлығы менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

29 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Транснефтепродукт» нефть продукттарын транспортлау буйынса акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Владимир Шиманович менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа «Транснефтепродукт» компанияһының магистраль нефть продукттары үткәргестәре селтәренә ингән «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге мәсьәләләре, шулай уҡ БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән нефть транспортлау компанияһы араһында былтыр төҙөлгән килешеү үтәлеше барышы тикшерелде.

— Владимир Александрович, һеҙҙең менән тәүгә осрашабыҙ. Һеҙҙе Өфөлә сәләмләүемә шатмын, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бында эш мәсьәләләре буйынса килеп йөрөүегеҙ хаҡында беләм. Наил Йәүҙәт улына килгәндә (Баһауетдинов Наил Йәүҙәт улы, «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры – автор иҫкәрмәһе), уның менән, әлбиттә, эшлекле мөнәсәбәттәр булдырғанбыҙ. Һеҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенә ҡарата артыҡ һорауҙарым юҡ. Структура яҡшы эшләй. Ошо рәүешле дауам итһәк – барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип уйлайым. Дөйөм алғанда иһә, беҙгә булған һорауҙарығыҙҙы тыңларға теләр инем, — тип һөйләшеүгә саҡырҙы республика башлығы.

— Һорауҙар ысынында ла юҡ тиерлек. «Уралтранснефтепродукт» компанияһы эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләр һеҙгә әҙерләнгән. Ундағы бер нисә һан менән таныштырып китмәксемен, — тине Владимир Шиманович. – 2010 йылдан Башҡортостан биләмәһендә «Уралтранснефтепродукт» компанияһына инвестицияларҙы ун ике тапҡырға арттырҙыҡ. Ун өсөнсө йылда темптар һаҡланасаҡ. 2010 йылда өс йөҙ миллион һумдан башлаһаҡ, ағымдағы йылда 2,5 миллиард һумға сыҡтыҡ. 2013 йылға ла сумма билдәләнгән – ике миллиард дүрт йөҙ миллион һум. Йәғни был сумма бюджетта планлаштырылған, финанслау сығанаҡтары билдәләнгән. 2014 йылда сумма аҙ ғына күберәк – яҡынса ике миллиард алты йөҙ илле миллион һум буласаҡ. Шулай итеп, киләсәктә лә был тенденция һаҡланасаҡ. Ошоға бәйле һалымдар һәм түләүҙәр ҙә артасаҡ. Әммә штатты ҡыҫҡартырға планлаштырмайбыҙ. Киреһенсә, уны бер аҙ киңәйтергә ниәтләйбеҙ.

— Һалымдар беҙгә кәрәк. Уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡын арттырырға, юлдарҙы төҙөк хәлдә тоторға, бала баҡсаларын, мәктәптәр төҙөргә кәрәк. Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҙә улар менән файҙалана, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәреләсәге хаҡында әйтте.

— Был мөһим сараларға етди әҙерләнеү зарур. Ремонт, төҙөлөш эштәрен башҡарырға кәрәк. Был йәһәттән эш тә алға барыр, бюджетҡа түләүҙәр ҙә бөтә йүнәлештәр буйынса артыр, тигән ышаныстабыҙ, — тип һүҙен йомғаҡланы Башҡортостан Президенты.