3 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2012 йыл, 20:10

Өфөлә беренсе Хәкимов уҡыуҙары үтте

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

29 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа арналған «Рәсәй һәм Ғәрәп донъяһы: тарих һәм бөгөнгөһө» исемле беренсе Хәкимов уҡыуҙары үтте. Ғилми форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты сығыш яһаны.

Беренсе Хәкимов уҡыуҙарында ғилми берләшмә вәкилдәре, Рәсәйҙең 11 төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән аспиранттар һәм студенттар ҡатнашты. Ғилми форумда Рәсәй-Ғәрәп донъяһы мөнәсәбәттәренең тарихи тәжрибәһе һәм бөгөнгө торошо, тарихтың төрлө осорҙарында дәүләттәрҙең тышҡы сәйәси курсы үҙенсәлектәре һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Форумдың пленар ултырышы режиссер Радик Ҡоҙаяровтың Кәрим Хәкимов тураһындағы документаль фильмы күрһәтеүҙән башланды. Ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларының алдынғы шәрҡиәтселәре, ғәрәп теле һәм мәҙәниәте белгестәре, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарынан һәм ғилми учреждениеларынан вәкилдәр сығыш яһаны. Көндөң икенсе яртыһында өс түңәрәк өҫтәл, шулай уҡ йәштәр форумы үткәрелде. Форумда Рәсәй төбәктәренең юғары уҡыу йорттарынан йәш ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар ҡатнашты.