3 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2012 йыл, 17:30

Башҡортостан Президенты: «2018 йылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы икеләтә арттырыласаҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мөһим мәсьәлә булып тора. Беҙҙең алда 2018 йылға уларҙың хеҙмәт хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү, йәғни биш йыл эсендә уны икеләтә арттырыу бурысы тора, — тине Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап. – Һәм был бурысты алдағы йылдан эҙмә-эҙлекле үтәй башлаясаҡбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә эшләйәсәкбеҙ. 2013 йылда улар өсөн фатирҙар һатып алыуҙы ҡушып финанслауға 50 миллион һумдан да кәм булмаған сумма бүлергә һәм бындай тәжрибәне йыл һайын ҡулланырға тәҡдим итәм.

Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу, биналарҙы ремонтлау, сәхнә ҡорамалдарын һатып алыу кәрәклеген билдәләне. Байтаҡ средстволар «Нефтсе» мәҙәниәт һарайын, Конгресс-холды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын заманса йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы комплексын реконструкциялау, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының яңы бинаһын проектлау һәм төҙөү планлаштырыла. Район мәҙәниәт һарайҙарын, ҡала һәм ауыл клубтарын яңыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк.

Төбәк башлығы иҫәпләүенсә, район мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы насар хәлдә.

— Ошо сәбәпле уларҙа халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр театрҙар, оркестрҙар эшмәкәрлеге йыш ҡына туҡтап ҡала. Муниципалитеттар был эшмәкәрлекте тергеҙергә, урындарҙа бындай күренештәргә юл ҡуймаҫҡа тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты республиканың Мәҙәниәт министрлығына балалар музыка мәктәптәрен яңы, сифатлы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләргә ҡушты.