9 декабрь, Йома

29 ноябрь 2012 йыл, 16:47

Рөстәм Хәмитов: «Һөҙөмтәле эшләгән парламент – халыҡ власы органы»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә һөҙөмтәле идара итеү мөхитен булдырыу мәсьәләһен ҡуҙғатты. Төбәктә булдырылған «аҡыллы» йәмғиәт принциптары власть органдары асыҡлығын артабан арттырыуҙы, дәүләт идараһы процесына мәғлүмәт технологияларын индереүҙе күҙ уңында тота.

— Беҙгә уңышлы эшләгән закондар сығарыу власы кәрәк. Минеңсә, һөҙөмтәле эшләгән парламент – ул халыҡ власы органы һәм бер үк ваҡытта ул халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың хоҡуҡи нигеҙен булдырыу, бөтә йәмғиәттең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса үҙәк булып тора. Ошо маҡсаттарҙа уның һәр комитеты ҡарамағында эксперттар йәмәғәт төркөмөн булдырырға мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Алдағы йылдың сентябрендә республикала Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау үтә. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 20-нән ашыу сәйәси партия теркәлгән.

— Яңы булдырылған барлыҡ партияларҙың да депутатлыҡ мандаттарын ала алмауы бар. Әммә быға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе үҙҙәре хаҡында әйтергә тейеш, — тине республика башлығы. – Парламентыбыҙ республика халҡының именлеген нығытыуға йүнәлтелгән закон проекттарын тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн һөҙөмтәле эшләгән фекер алышыу майҙансығына әүерелер, тип ышанам.