8 декабрь, Кесе йома

29 ноябрь 2012 йыл, 15:36

Республика Президенты: «Бизнесмендарҙы экологик эшҡыуарлыҡҡа әүҙемерәк йәлеп итеү зарур»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү мәсьәләһе йылдан йыл киҫкенләшә.

– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса һөҙөмтәле система беҙҙә юҡ кимәлдә. Бөгөн улар тулыһынса тиерлек полигондарға һәм сүплектәргә сығарып түгелә. Барлыҡ цивилизациялы илдәр күптән инде ҡалдыҡтарҙы күмеүҙән уларҙы эшкәртеүгә һәм сеймал булараҡ ҡулланыуға күскән. Республикала ҡалдыҡтарҙың ни бары 15 проценты артабан эшкәртеүгә йүнәлтелә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендә бизнесты үҫтереү зарур.

– Бизнесмендарҙы экологик эшҡыуарлыҡҡа әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Былтыр 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Уны финанслау күләме 7,5 миллиард һум тәшкил итте. Программа 2015 йылға бөтә республика территорияһын генераль таҙартыу схемаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Был эш район һәм ҡала схемаларына таянып башҡарылырға тейеш. Алдағы йылда бындай документтарҙы барлыҡ муниципалитеттар әҙерләргә тейеш. Был программа сиктәрендә Стәрлетамаҡ һәм уға яҡын урынлашҡан райондар нигеҙендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү буйнса пилот проекты әҙерләнгән. Проект тормошҡа ашырылғандан һуң, уны бөтә республикаға таратыу мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты экологик партиялар һәм ойошмаларҙың йәмәғәт хәрәкәттәренә ярҙам итеү, улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, бындай йәмәғәт хәрәкәттәрен экологик именлек тәьмин итеү буйынса сараларға йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында әйтте.