3 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2012 йыл, 14:25

Башҡортостан Президенты 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте.

— Тәү сиратта ҡалаларҙың экологик торошон күҙәтеү йәһәтенән заманса кимәлгә сығыу талап ителә, — тип билдәләне республика башлығы. – Телекоммуникацион системалар, автоматлаштырылған ҡорамалдар мөмкинлектәрен файҙаланыу һауа һәм һыуҙың бысраныуын алдан асыҡлауҙы һәм иҫкәртеүҙе онлайн режимда тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Халыҡ менән тура бәйләнеш булдырыу мөһим: активистар, битараф булмаған кешеләр тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусылар менән көрәштә төп ярҙамсы булып торорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бындай хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнеүселәргә мотлаҡ яза бирелергә тейеш.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен күтәреү кәрәклеге хаҡында әйте.

— Онотола барған «йәшел» патрулдәрҙе, мәктәптәрҙә тәбиғәтте һаҡлау берләшмәләрен тергеҙеү, волонтерҙар отрядтарына ярҙам итеү мөһим. Йәмәғәт ойошмаларының төрлө акциялары аша, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын йышыраҡ күтәрергә кәрәк. Сөнки тәбиғәтте бысратыу бумеранг булып кешенең үҙенә әйләнеп ҡайта, — тине республика Президенты.