3 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2012 йыл, 11:53

Белоретта ветерандарға торлаҡ сертификаттары тапшырылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Белорет районында «Ветерандар тураһында»ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу дауам итә.

Шаршамбы, 28 ноябрҙә, район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тантаналы рәүештә ике ветеранға федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү биреү тураһындағы сертификаттар тапшырҙы.

Танытмаларҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Татьяна Петрова (Сәрмән ауылы) һәм Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Василий Егупов (Белорет ҡалаһы) алды.

Владислав Миронов ветерандарҙы был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләне, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.