6 декабрь, Шишәмбе

29 ноябрь 2012 йыл, 10:59

Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

автор: Людмила Терновая

Ошо минуттарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламенты депутаттары алдында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Документта алдағы һәм алыҫ киләсәккә республиканың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә.

Үткән йылдың 30 ноябрендә тәҡдим ителгән «Халыҡ өсөн эшләү» исемле Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов төбәктең иҡтисади мөмкинлектәрен халыҡ мәнфәғәттәренә йүнәлтеү зарурлығын алдағы ваҡытҡа төп маҡсат итеп билдәләгәйне.

Быйылғы Мөрәжәғәтнамәһен республика башлығы түбәндәге һүҙҙәр менән башланы:

— Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай алдында бынан алдағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауыма бер йыл үтте һәм бөгөн артабанғы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәкмен. Үткән йыл беҙҙең барыбыҙ өсөн дә сәйәси өлгөргәнлеккә һынау булды. Төрлө кимәлдәге һайлауҙар үтте, һәм республика был этапты уңышлы тормошҡа ашырҙы. Үткән һайлауҙар халыҡтың аныҡ позицияһын сағылдыра, ул позиция тотороҡлолоҡ курсын һәм конфликтһыҙ хәрәкәтте дауам итеүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең артабанғы бурысыбыҙ – граждандар именлеге һәм уларҙың лайыҡлы тормошо.