9 декабрь, Йома

29 ноябрь 2012 йыл, 10:35

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе: «Башҡортостан йәштәре гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

— Республика йәштәре социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә лә мөһим роль уйнай, — тине Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин Башҡортостан муниципалитеттары ҡарамағындағы Йәштәр советтары етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә.

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе билдәләүенсә, йәш парламентарийҙар закондар сығарыу процесы һәм парламент хаҡында ишетеп кенә белмәй.

— Беҙ һеҙҙең менән уртаҡ телдә һөйләшәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Нарышкин.

Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы спикеры һүҙҙәренсә, йәштәр парламентаризмы темаһы Рәсәй Дәүләт Думаһында йыш яңғырай.

— Йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән даими рәүештә осрашыуҙар үткәрәм, байтаҡ ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме, перспективалы проекттар менән танышам. Дәүләт Думаһы рәйесе булараҡ, файҙалы башланғыстарға булышлыҡ итергә әҙермен, — тине Сергей Нарышкин. – Республика етәкселеге лә Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә ҙур ярҙам күрһәтә.

Сергей Нарышкин билдәләүенсә, әлеге ваҡытта закондар сығарыу башланғыстары өҫтөндә эшләү йәһәтенән мөмкинлектәр күп, артабан улар тағы ла киңәйәсәк. Киләсәктә интернетта иң күп ҡултамға йыйған граджандар башланғыстарының айырым статус алыуы ла бар.

Шулай уҡ бөтә ил өсөн мөһим булған закон проекттарының киң йәмәғәтселек тарафынан тикшерелеү практикаһы яҡшы башланғыс булып тора.

— Шул рәүешле «Полиция тураһында»ғы закон, «Мәғариф тураһында»ғы закон проекты тикшерелде. Һуңғыһы икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ әле. Уға бихисап төҙәтмәләр тәҡдим ителде. Шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан улар күп булды.

Сергей Нарышкин төбәк парламенттары менән килешеп эш итеү процесы тураһында һөйләне.

— Һеҙҙең менән тәҡдим ителгән закондар сығарыу башланғыстарын Башҡортостан парламенты депутаттары аша Закон сығарыусылар советына йүнәлтергә мөмкин.

Шулай уҡ Сергей Нарышкин Евразия интеграцияһы темаһына ла туҡталды. Был мәсьәлә ултырыштарҙың береһендә айырым тикшереләсәк.