5 декабрь, Дүшәмбе

28 ноябрь 2012 йыл, 18:27

Сергей Нарышкин Башҡортостан парламентарийҙары эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев, уның урынбаҫары Рафаил Зинуров, БР Дәүләт Йыйылышы комитеттары рәйестәре менән осрашты.

— Һеҙҙең менән осрашыу беҙҙең өсөн оло хөрмәт, — тип сәләмләне ҡунаҡты Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Осрашыу тарихи йортта үтә. Бында бөгөнгө Башҡортостандың тарихын булдырған төп документтар ҡабул ителгән. Республика һәр ваҡыт Рәсәй дәүләтенең нигеҙ таштарының береһе булды һәм булып ҡала, тип иҫәпләйбеҙ. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып 1919 йылда автономиялы ресублика статусын алды һәм шул ваҡыттан алып федерализм нигеҙҙәрен булдырыуҙа, Советтар Союзы осоронда, аҙаҡ Рәсәй Федерацияһында төрлө этаптарҙа дәүләтселекте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Шуны ла билдәләп үткем килә, Дәүләт Думаһы, Федераль Йыйылыш менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләренә беҙҙең парламент ҙур иғтибар бүлә. Дәүләт Думаһында ҡаралған проекттарҙы тикшереүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, һәр законды тиерлек хуплап, теге йәки был хоҡуҡи акттың ҡайһы бер позицияларын камиллаштырабыҙ, закондар сығарыу башланғыстарына ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. Рәсәй парламенты составында Башҡортостан вәкилдәре байтаҡ. Һәм был мөмкинлектән файҙаланып, улар аша, дәүләт алдында, Федерация Советы алдында торған бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ.

Сергей Нарышкин, үҙ сиратында, Башҡортостан парламентарийҙарының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.

— Төбәк һәм федераль кимәлдәрҙәге закон сығарыусылар алдында торған уртаҡ бурыстар бик мөһим. Айырыуса алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы бер йыл эшмәкәрлеген тамамлаған осорҙа. Шуға күрә тәүге йомғаҡтар яһарға ла була. 2012 йылда илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда яңы осор, тимәк, закондар сығарыу эшмәкәрлегенең дә яңы осоро башланды, тиһәк тә була. Был сәйәси система ойоштороу, инвестицияларҙы һәм инновацияларҙы хуплау, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙе үҫтереү, коррупцияға ҡаршы көрәшеү өлкәһендә закондар сығарыу эшмәкәрлеген үҫтереү осоро – быларҙың барыһы ла бөтә кимәлдәрҙәге депутаттарҙың берҙәм эшләүен талап итә. Бергә эш итеү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлеү зарур. Билдәле булыуынса, был юҫыҡта тәүге аҙымдар эшләнде лә инде – Федераль Йыйылыш ҡарамағында Закон сығарыусылар советы булдырылды. Ул төрлө кимәлдәге закондар сығарыу органдарының эшмәкәрлеген координациялау, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы закондар сығарыу башланғыстарын әҙерләү, уларҙы Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаттары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән тәҡдим ителгән 16 закон проекты өҫтөндә эшләй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡабул ителмәгән закондар сығарыу башланғыстары ла ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уларҙың һәр береһендә мөһим мәсьәлә сағылыш таба һәм уны хәл итеү юлдары тәҡдим ителә. Әлеге ваҡытта беҙ мәғариф тураһындағы закон проектына төҙәтмәләр индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡоролтай депутаттары был йәһәттән ҙур эш башҡарған, төҙәтмәләҙең байтағы һеҙҙең менән тәҡдим ителде, хөрмәтле коллегалар. Киләһе йылда Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй парламентына 20 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта саралар планы әҙерләнә. Ағымдағы йылдың декабрендә Мәскәүҙә беренсе халыҡ-ара парламент конференцияһы үтәсәк, унда Рәсәйҙә һәм донъяла парламентаризм үҫеше мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләйбеҙ. Сараға һеҙҙе лә саҡырабыҙ. 11 декабрҙә Дәүләт Думаһында махсус ултырыш үтә, унда байрам саралары планын тикшереү һәм раҫлау планлаштырыла. Ҡоролтай депутаттары ла был ваҡиғаларҙы дискуссиялар һәм 20 йыллыҡ эшмәкәрлеккә анализ яһау менән билдәләйәсәк, тип уйлайым.

темалар: дәүләт думаһы