8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2012 йыл, 16:37

Башҡортостан Президенты Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға тәҡдим итте.

— Беҙҙең республика классик Евразия биләмәһе булып тора. Европа менән Азияны урталай бүлгән сик Башҡортостан аша үтә. Әлбиттә, беҙ Евразия парламентын булдырыу идеяһын хуплайбыҙ. Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға, форумдар һәм дискуссиялар үткәрергә мөмкин. Өфө бындай эшмәкәрлек алып барыуға әҙер. Был йәштәрҙең Евразия парламенттарын, ҙур осрашыуҙарын үткәреүгә лә ҡағыла, — тип билдәләне бөгөн Рөстәм Хәмитов муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары етәкселәренең, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәштәр йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәренең семинар-кәңәшмәһендә.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко ла был фекерҙе хуплай. Уның һүҙҙәренсә, төбәктә төрлө милли һәм конфессиональ төркөмдәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса ҙур тәжрибә тупланған.

— Евразия берләшмәһен ойошторған саҡта был тәжрибәбеҙҙе ҡулланырға теләр инек. Сәйәси һәм иҡтисади йүнәлештәрҙән тыш, мәҙәни һәм социаль аспекттар ҙа бар, улар беҙҙең республикала яҡшы үҙләштерелгән. Шуға күрә Башҡортостандың барлыҡ халыҡтары араһындағы мөнәсәбәттәр өлгөһөндә Евразия берләшмәһендә лә бындай мөнәсәбәттәр булдырыу мөмкин, — тип иҫәпләй Николай Самойленко.

Хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ семинар-кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин да ҡатнашты.