8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2012 йыл, 15:34

Белорет районы хакимиәте башлығы итеп йәнә Владислав Миронов тәғәйенләнде

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Белорет районы Советының бөгөнгө ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе тикшерелде. Ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республиканың Милли банкы башлығы, Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов та ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, район Советы депутаттары бер тауыштан Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлғы вазифаһына Владислав Мироновты һайланы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.