8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2012 йыл, 14:56

Сергей Нарышкин Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йортоноң Хоҡуҡ институты студенттары һәм уҡытыусылары, шулай уҡ Башҡортостан парламентарийҙары менән осрашты. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Һүҙ юридик фәндәрҙе, мәғарифты, закондар сығарыу эшмәкәрлеген үҫтереү хаҡында барҙы.

— Башҡорт дәүләт университетына ҙур теләк менән килдем. Быуаттан ашыу тарихы булған уҡыу йорто, атап әйткәндә, юридик факультет ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Нарышкин. – Осрашыу форматы осраҡлы ғына һайланманы, ул 3 декабрҙә билдәләнәсәк һөнәри байрам – Юристар көнө алдынан үткәрелә. Рәсәйҙә юристар кәрәгенән артыҡ, тигән фекер йөрөй. Бында шуны ла өҫтәп китергә кәрәк: беҙҙә квалификацияһы булмаған юристар крәгенән артыҡ. Барлыҡ юғары уҡыу йорттары ла квалификациялы юристар, яҡшы белгестәр әҙерләй алмай, ысын мәғәнәһендә юғары белем бирә алмай. Ысынында иһә юридик йүнәлештәге белемле, әҙерлекле белгестәр етешмәй. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә, закондар сығарыу органдарында был айырыуса ныҡ һиҙелә.

Закондар сығарыу процесына килгәндә, Дәүләт Думаһы спикеры федераль кимәлдә ярайһы уҡ ауыр хәл күҙәтелеүен билдәләне.

— Закон сығарыусылар ижтимағи-иҡтисади процестар артынан ҡайһы саҡта өлгөрә алмай һәм барлыҡ был үҙгәрештәрҙе тейешле закондар базаһы менән ваҡытында тәьмин итергә әҙер булмай сыға, — тип иҫәпләй Сергей Нарышкин. – Икенсе яҡтан, Дәүләт Думаһының закондар сығарыу портфелендә бихисап закондар сығарыу башланғыстары йыйылып киткән, улар ғәмәлдәге депутаттарға үткән саҡырылыштарҙан ҡалған. Шул уҡ ваҡытта тәҡдим ителгән проекттарҙың күпселеге техника һәм системалы булыу йәһәтенән эшләнеп бөтөлмәгән. Был тағы ла бер тапҡыр, беҙҙә белемле юристар етешмәй, тигән фекерҙе дөрөҫләй. Илдәге алдынғы юғары уҡыу йоттарының юғары класлы белгестәрҙе мөмкин тиклем күберәк әҙерләүен теләр инек.

Сергей Нарышкин һөйләүенсә, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы һуңғы 20 йылда башҡарылған эштәргә объектив анализ яһарға тырыша. Уның фекеренсә, бындай эш проблемалы секторҙарҙы асыҡларға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ Рәсәй парламентының һуңғы 20 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ.

Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған осрашыу һорау-яуап форматында үтте. Студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы Дәүләт Думаһында практика үтеү, юридик факультеттарҙы тамамлаған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, юғары уҡыу йорттарында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең белем алыу мөмкинлектәренә, студенттарға матди ярҙам күрһәтеү варианттарына, шулай уҡ мәғариф өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.

Сергей Нарышкин бизнес менән мәғарифты ҡушыу идеяһын хупланы, әммә был закон нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та был идеяны күтәреп алды һәм республикала бындай эшмәкәрлектең алып барылыуын билдәләне. Әммә системаны камиллаштырыу һәм белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү секторын асыҡ майҙанға сығарыу зарур.

— Беҙҙең республикала уҡыу йорттарына йылына яҡынса 30 мең кеше уҡырға инә, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың һәр береһе репетиторҙар һәм шәхси уҡытыусылар яллауға уртаса 30 мең һум тотонһа ла, дөйөм алғанда 900 миллион кум күләмендәге сумма килеп сыға.

Осрашыуҙа Сергей Нарышкин алдағы йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Рәсәй парламентына 20 йыл туласағын иҫкә төшөрҙө. Был ваҡиға айҡанлы Дәүләт Думаһы саралар планын әҙерләй. Республика парламенты депутаттары ла, юристар ҙа әҙерлек сараларынан ситтә ҡалмаҫ, тигән ышанысын белдерҙе Дәүләт Думаһы спикеры.