9 декабрь, Йома

28 ноябрь 2012 йыл, 13:10

Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкиндың осрашыуы үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин бөгөн Өфөлә үткән ике яҡлы осрашыу барышында төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы етәксеһе Башҡортостанға эш визиты менән көн элгәре килде.

— Һеҙ ике йыл Башҡортостанға етәкселек итәһегеҙ. Был ваҡыт эсендә республикала күп эштәр башҡарылды, — тине Сергей Нарышкин. – Төбәктә ауыл хужалығын, граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, 2013 йыл бюджеты буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша.

Рәсәй парламенты спикеры был эшмәкәрлектә төбәктең ниндәй йүнәлештәргә баҫым яһауы хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Беҙҙең төп бурыс – республика халҡының именлеген нығытыу, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн эшләйбеҙ. Был маҡсаттарға барлыҡ ресурстар йүнәлтелә.

Президент сәнәғәт тотороҡло үҫешһен өсөн төбәк етәкселеге тарафынан күрелгән саралар хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҙур иғтибар агросәнәғәт комплексына бүленә, сөнки республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Йәнә һауа шарттары ла һуңғы йылдарҙа ҡыуандырмай – төбәк аграрийҙары ҡоролоҡ шарттарында эшләне.

— Бындай осраҡта ла ауыл халҡының йәшәү сифаты насараймаһын өсөн тырышабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Презденты бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттыру буйынса күрелгән саралар тураһында ентекле һөйләне. Был бик ауыр эш – ҡайһы бер тармаҡтарҙа эш хаҡын икеләтә арттырыу зарур.

Киләһе йылдан уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә мәҙәниәт өлкәһендә, бала баҡсаларында, социаль учреждениеларҙа эшләгәндәрҙең дә хеҙмәт хаҡы арттырыласаҡ, тип билдәләне төбәк башлығы. Ил башлығының быр күрһәтмәләре үтәлһен өсөн республика мөмкинлектәр таба.

Осрашыу барышында республика халҡының уртаса эш хаҡы күләме, шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тикшерелде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта төбәктә эш хаҡы 15 процентҡа арттырылған. Был эшкәртеү производстволарына ғына түгел, башҡа өлкәләргә лә ҡағыла.

— Халыҡты хеҙмәт хаҡы, эш, торлаҡ менән тәьмин итеү төбәктә өҫтөнлөклө һаналған өс мәсьәлә булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.