Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса XII төбәк конференцияһы асылды

Йәмғиәт

28 ноябрҙә Өфөлә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Концерт залында XII «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» төбәк конференцияһы үтә. Сара билдәле телсе-диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 80 йыл тулыуға, төрки телдәр диалектологияһы буйынса IX төбәк конференцияһын үткәреүгә 30 йыл тулыуға һәм «Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге (Көнбайыш диалект)» баҫмаһының өсөнсө томын сығарыуға 25 йыл тулыуға арнала. Форумды ойоштороусылар булып Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы сығыш яһай.

Конференцияла ҡатнашыусылар төрки, славян, фин-уғыр, кавказ, монгол диалектологияһының көнүҙәк проблемаларын, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү мөмкинлектәрен, диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләләрен тикшерә.

Ғилми форумға унда ҡатнашыусыларҙың докладтарынан торған йыйынтыҡ та әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть