Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусыларға һәм журналистарға дини белем биреү мәсьәләләре тикшерелде

Йәмғиәт

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уның ректоры Раил Әсәҙуллиндың республика баҫмалары мөхәррирҙәре менән осрашыуы үтте. Һүҙ университеттың киң мәғлүмәт саралары менән дини белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында барҙы.

Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, юғары уҡыу йорто нигеҙендә эшләп килгән Ислам мәғарифын үҫтереүгә булышлыҡ итеү ғилми-тикшеренеү үҙәге дини экстремизм һәм ислам ҡиммәттәрен дөрөҫ күрһәтмәү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Үҙәк ислам университеттары һәм мәҙрәсәләр өсөн мөғәллимдәр әҙерләй.

Осрашыуҙа йәнә дин әһелдәренә, шулай уҡ мәктәптәрҙә ислам дине нигеҙҙәрен уҡытҡан педагогтарға белем биреү мәсьәләһе күтәрелде. Дини темаға яҙған журналистар әҙерләү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть