9 декабрь, Йома

28 ноябрь 2012 йыл, 10:00

Өфөлә атаҡлы башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың бюсы ҡуйылды

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә, БР Халыҡ бейеүҙәре ансамбле йортонда, атаҡлы башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың бюсы ҡуйылды. Авторы — скульптор Владимир Дворников.

Билдәле булыуынса, быйыл Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә. Был ваҡиғаға «Азия йөрәге» Рәсәй халыҡтарының хәҙерге заман сәнғәте фестивале арналды.

Өфөлә илдең иң яҡшы бейеү коллективтары сығыш яһаны. Улар араһында — «Березка» дәүләт академия ансамбле, Себерҙең Красноярск дәүләт бейеү ансамбле, Адыгея Республикаһының «Нальмэс» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Татарстан Республикаһының Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, Силәбе өлкәһенең «Урал» бейеү ансамбле, Кубань казактар хоры һәм Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

темалар: хәтер