10 декабрь, Шәмбе

28 ноябрь 2012 йыл, 9:14

Башҡортостанға визит менән Сергей Нарышкин килде

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

27 ноябрҙә Өфөгә эш визиты менән Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин килде. Баш ҡала аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡаршы алды.

Визит сиктәрендә Рәсәй парламенты спикеры депутаттар корпусы, юғары уҡыу йорто студенттары, республиканың йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәрергә планлаштыра.