Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Поцяпун граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы ағзаһы Владимир Поцяпун «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Осрашыуҙа төҙөлөш, юл хужалығы, медицина кеүек төрлө тармаҡтарҙа илдә булдырылған инновацион эшләнмәләрҙе ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әйтелде, вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә ялыуҙар ҙа булды.

— Халыҡ менән туранан-тура аралашыу ай һайын ойошторола. Граждандар шәхси, шулай уҡ дөйөм характерҙағы мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, был һорауҙарҙы тикшереү – ҙур яуаплылыҡ. Шуға күрә һәр мөрәжәғәт ентекле тикшерелә. Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ һәм яуапһыҙ ҡалмай, — тип билдәләне Владимир Поцяпун осрашыу аҙағында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть