4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 17:38

Өфө юлдарын яңыртыуға йыл һайын 3 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә

автор: Ғәлиә Нәбиева

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң урам-юл селтәрен яҡшыртыу өсөн ҙур средстволар талап ителә.

— Был маҡсаттарға Башҡортостандың Юл фондынан йыл һайын яҡынса 3 миллиард һум аҡса бүлергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Был сумма төбәк һәм муниципаль юлдарҙы ремонтлауға бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ, — тип билдәләне БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында.

2013 йылға йәйәүлеләр өсөн дүрт ер өҫтө үткәүелен төҙөй башлау планлаштырыла. Әлеге ваҡытта, Ильяс Мөниров һүҙҙәренсә, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр төҙөү буйынса проект документацияһы тулыһынса әҙер. «Ял» кафеһы янында үткәүел төҙөү өсөн шәхси инвестор средстволары йәлеп ителәсәк.

Чесноковка ауылы эргәһендә лә юл үткәргесе төҙөләсәк. Шулай итеп, Өфө — Аэропорт трассаһында бер светофор ҙа булмаясаҡ һәм унда кешеләрҙең сығыуы тыйыласаҡ.

— Ә бына Өфө – Ырымбур юлынан «Өфө» халыҡ-ара аэропортына тиклем 3,3 километр оҙонлоҡтағы юл һалыу мәсьәләһе асыҡ ҡала. Был мәсьәлә буйынса Федераль юл агентлығына һорау ебәрелде, әлеге объектты саммиттарға әҙерлек планына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, — тине Ильяс Мөниров.