6 декабрь, Шишәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 16:05

Республика парламентарийҙары балаларға Яңы йыл бүләктәре әҙерләй

автор: Людмила Терновая

Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы районынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар Яңы йылға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Венера Шәрәфетдинова һәм Вадим Николайчуктың шәхси средстволарына һатып алынған бүләктәр аласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Депутаттар инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн йәмғеһе 450 бүләк әҙерләгән. Улар райондарҙа йыл аҙағынаса үткәреләсәк Яңы йыл кисәләрендә һәм башҡа байрамдарҙа тапшырыласаҡ.

— Бындай матур йола мин Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән саҡта уҡ бар ине, — тип билдәләне Венера Шәрәфетдинова. – Етем һәм инвалид балаларға бүләктәр алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап депутаттарға мөрәжәғәт итә торғайным. Үҙем депутат булғас, был йоланы дауам итергә булдым. Хеҙмәттәшем депутат Вадим Николайчук та был идеяны хупланы.

Бына инде биш йыл дауамында депутаттар балаларға бүләк һатып алыуға шәхси средстволарын йүнәлтә. Бынан тыш, биш йыл дауамында Архангел районының урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыу йылын гел бишле билдәләренә тамамлаған студенттар йыл йомғаҡтары буйынса парламентарий Венера Шәрәфетдинованан финанс ярҙам ала.