2 декабрь, Йома

27 ноябрь 2012 йыл, 15:16

Баш ҡалала йөҙөнсө тапҡыр күп балалы әсәләрҙе наградлау тантанаһы үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 27 ноябрҙә, Өфөлә йөҙөнсө тапҡыр «Әсәлек даны» миҙалдары менән наградлау тантанаһы үтте. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 36 әсәгә юғары наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

— Әсәләрҙең көн һайын башҡарылған оло хеҙмәтенә дөрөҫ баһа биреү өсөн һүҙҙәр табыу ҡыйын. Ә күп балалы әсәләрҙең хеҙмәте икеләтә яуаплы һәм ауыр, — тине вице-премьер, наградлау тантанаһы алдынан сығыш яһап.

Башҡортостанда бөгөн ғаилә институтын нығытыу өсөн күп эштәр башҡарыла, яңы пособиелар булдырыла. Шулай итеп, мәҫәлән, 2013 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәрҙәге һәр балаға өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ. Бынан тыш, БР Президенты Указына ярашлы, күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн республикала ер участкалары бүленә. Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, ер бүлеүгә 68 миллион һум аҡса һалынған да инде. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшырыту буйынса программа эшләп килә. Йыл һайын был маҡсаттарға 100 милион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Әммә быға ҡарамаҫтан, вице-премьер фекеренсә, «иҡтисади платформаның ниндәй булыуына, дәүләттең күпме аҡса бүлеүенә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы балаларға, ғаиләһенә булған һөйөу тойғоһо берләштерә».

— Һәр ҡатын-ҡыҙ, нисә бала тәрбиәләүенә, нимә менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн татыулыҡ, ныҡлы ғаилә тураһында хыяллана, балаларының киләсәге яҡты булыуын теләй, — тине Лилиә Ғүмәрова.

Тантаналы сарала 36 әсә ҡатнашты. Улар араһында хужабикәләр ҙә, ауыл хужалығында, производствола, бюджет өлкәһендә эшләгән ҡатындар ҙа бар. Һәр береһенең үҙенең яҙмышы, шатлыҡтары һәм хәстәрҙәре. Бөгөн уларҙың барыһы өсөн дә – шатлыҡлы көн.