10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 14:19

29 ноябрҙә Өфөлә Хәкимов уҡыуҙары үтә

автор: Марина Шумилова

29 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа арналған «Рәсәй һәм Ғәрәп донъяһы: тарих һәм бөгөнгөһө» исемле Хәкимов уҡыуҙары үтә. Ғилми форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты сығыш яһай. Хәкимов уҡыуҙарында ғилми берләшмә вәкилдәре, Рәсәйҙең 11 төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән аспиранттар һәм студенттар ҡатнашасаҡ.

Ғилми форумда Рәсәй-Ғәрәп донъяһы мөнәсәбәттәренең тарихи тәжрибәһе һәм бөгөнгө торошо, тарихтың төрлө осорҙарында дәүләттәрҙең тышҡы сәйәси курсы үҙенсәлектәре һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк. Пленар ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларының алдынғы шәрҡиәтселәре, ғәрәп теле һәм мәҙәниәте белгестәре сығыш яһаясаҡ. Сара сиктәрендә режиссер Радик Ҡоҙаяровтың Кәрим Хәкимов тураһындағы документаль фильмы күрһәтеләсәк.

Хәкимов уҡыуҙары программаһында өс түңәрәк өҫтәл, шулай уҡ йәштәр форумы ҡаралған. Форумда Рәсәй төбәктәренең юғары уҡыу йорттарынан йәш ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар ҡатнашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың мартында Өфөлә Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнештәр тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара конференцияһы үткәйне. Унда 30-ҙан ашыу илдән вәкилдәр ҡатнашты.