Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

2013 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме – 5205 һум

Иҡтисад

2013 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме Рәсәйҙә 5205 һумға тиклем арттырыласаҡ. «Минималь эш хаҡы күләме тураһында»ғы Федераль закондың 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Федераль закон Дәүләт Думаһы менән ҡабул ителгән дә инде.

Әлеге ваҡытта минималь эш хаҡы күләме 4611 һумға тиң. Шулай итеп, ул яҡынса 13 процентҡа артасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Минималь эш хаҡы күләмен арттырыуҙың төп маҡсаты – уны йәшәү минимумы күләменә яҡынайтыу. 2013 йылдың 1 апреленә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әлеге маҡсатҡа ярашлы ентекле план әҙерләргә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть