11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 12:29

Республика делегацияһы төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресында ҡатнашты

автор: Раушан Жумабайкызы, Әлим Фәйезов | фото: Әхәт Сәлихов

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ҡарамағындағы V төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресы үтте. Унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, шулай уҡ Рәсәй республикалары – Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан һәм Якутияның әҙәби баҫмалары етәкселәре ҡатнашты. Беҙҙең республика исеменән сарала «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева, «Аҡ Торна» халыҡ-ара конкурсы жюрийы ағзаһы, яҙыусы Марсель Сәлимов, БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов сығыш яһаны.

Халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар алдында ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Ҡаҙағстан Республикаһының мәҙәниәт һәм мәғлүмәт министры Дархан Мынбай, Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Яҡуп Омароглу, Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы рәйесе Нурлан Оразалин, Әзербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анар Рзаев, «Жулдыз» ҡаҙаҡ әҙәби журналының баш мөхәррире Улугбек Есдаулет, «Гюлстан» үзбәк журналының баш мөхәррире Азим Суюн, Хлыҡ-ара йәмәғәт шиғриәт академияһы президенты Омор Солтанов, «Казан утлары» татар журналының баш мөхәррире Рауил Фәйзуллин, «Ағиҙел» башҡорт журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева сығыш яһаны. Конгресс ултырыштарында тел, тәржемә, шулай уҡ төрки телле баҫмалар араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Билдәле яҙыусы-сатирик, шағир Марсель Сәлимовтың сығышы ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды, ул төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ Торна» халыҡ-ара конурсын үткәреү тәжрибәһе тураһында һөйләне. 2011 йылда Башҡортостан баш ҡалаһында булдырылған был бәйге төрки халыҡтарҙың әҙәби һәм мәҙәни тормошонда уникаль ваҡиға булып тора.

Тәржемә эшмәкәрлеген артабан әүҙемләштереү маҡсатында Марсель Сәлимов аныҡ тәҡдимдәре менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, ул йыл һайын конкурста ҡатнашҡан тәржемәләр альманахын сығарырға тәҡдим итте.

Дюсен Касеинов, үҙ сиратында, ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы «Аҡ Торна» конкурсын үткәреүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы һәм конгресс делегаттарын унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.