5 декабрь, Дүшәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 11:03

Башҡортостан менән «Внешэкономбанк» хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Үҫеш һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек банкы (Внешэкономбанк)» дәүләт корпорацияһы хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө.

Ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә яҡтар дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында инвестиция проекттарын финанслауҙы формалаштырыу һәм ойоштороу мөмкинлектәрен тикшеү тураһында һөйләшеп килеште. Хөкүмәт менән «Внешэкономбанк» дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында инвестиция проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса яҡшы тәжрибәне таратыу йәһәтенән үҙ-ара килешеп эш итәсәк.

Килешеү шулай уҡ республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ инструменттарын ҡулланыуҙың норматив-хоҡуҡи базаһын үҫтереү, төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәген булдырыу, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары белгестәре өсөн уҡытыу программаларын әҙерләү һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.

Яҡтар килешеү үтәлеше барышын тикшереү, берлектәге сараларҙы, программаларҙы координациялау һәм әҙерләү өсөн ваҡыты-ваҡыты менән осрашыуҙар үткәреп торорға һөйләште, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында.