5 декабрь, Дүшәмбе

27 ноябрь 2012 йыл, 10:16

Рөстәм Хәмитов Ҡазанда милли именлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: Сергей Захаров

26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда РФ Именлек советы менән берлектә үткәрелгән милли именлек мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Сарала төбәктәрҙә мәғлүмәт системалары хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.

Ултырышта билдәләүҙәренсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса Совет эшләп килә.

— Әммә ошо мәлгә тиклем беҙ ҡулланған ябай алымдар һәр ваҡыт һөҙөмтәле булмай, бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәй, — тине тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич. Уның һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә, атап әйткәндә, Башҡортостан, Татарстан, Мордовия, Удмуртия, Һамар өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында тотош учреждениелар булдырылған. Улар көн һайын һәм маҡсатлы рәүештә рәсми сайттарҙы һөжүмдәрҙән һаҡлап ҡына ҡалмай, донъя кимәлендәге иң яҡшы техник, инновацион тенденцияларҙы анализлап, уларҙы үҙҙәрендә ғәмәлләштерә.

Именлек советы секретары Николай Патрушев, үҙ сиратында, төбәктәрҙә йыш ҡына мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса талаптарҙан ситкә тайпылыу осраҡтары күҙәтелеүе хаҡында әйтте. Ә Рәсәй субъекттары дәүләт власы органдарының һәм муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайттарын һаҡлау буйынса ҡайһы бер мәсьәләләр бөтөнләй хәл ителмәй, тип белдерҙе ул.

— Компетентлы органдар мәғлүмәттәре буйынса, был үтә лә һиҙгер өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар һаны бихисап, — тине Николай Патрушев. Уның һүҙҙәренсә, кәңәшмәлә именлеккә хәүеф менән янаған күренештәргә ҡаршы көрәшеү буйынса саралар әҙерләнәсәк.

Ике көнлөк кәңәшмәлә, Волга буйы төбәктәре башлыҡтарынан тыш, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.