2 декабрь, Йома

26 ноябрь 2012 йыл, 18:33

Башҡортостандың Поляк мәҙәниәте үҙәге ЮНЕСКО-ның Рәхмәт хатына лайыҡ булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге Башҡортостанда II Халыҡ-ара телдәр фестивалендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Фестиваль сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттары Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге идараһы ағзаһы, филология фәндәре докторы Венера Ибраһимова етәкселеге аҫтында поляк теленең презентацияһын үткәрҙе. Улар поляк шағирҙары Адам Мицкевич, Мария Конопницкая, Леопольд Стафф, Владислав Броневскийҙың шиғырҙарын һәм уларҙың рус теленә тәржемәләрен уҡып ишеттерҙе.