10 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2012 йыл, 17:38

Республика йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә өҫтәмә федераль субсидия аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан йыл аҙағынаса «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә средстволар аласаҡ 19 төбәк иҫәбенә инде. «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәрҙе ҡушма финанслауға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына 2012 йылда федераль бюджеттан субсидиялар бүлеүгә үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар РФ Хөкүмәте ултырышында ҡабул ителде.

Төбәктәр үҫеше министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 18 субъект алдан билдәләнгән сығымдар күләмен кәметеүҙе һораған (субсидия был сығымдарҙы ҡаплауға бирелә). Шулай итеп, федераль бюджеттан ҡушма финанслау күләмдәре улар өсөн кәметелә.

Артып ҡалған средстволар (378,4 миллион һум) торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр биреү буйынса үҙ өҫтөнә өҫтәмә бурыстар алған 19 РФ субъекты араһында бүленә.

Башҡортостан менән бер рәттән өҫтәмә средстволарҙы Владимир, Воронеж, Иваново, Калуга, Кострома, Липецк, Новосибирск, Тамбов, Тула, Архангел, Амур, Новгород өлкәләре, Карелия, Адыгея, Сыуашстан, Саха (Яҡут), Ҡарасәй-Черкес республикалары һәм Красноярск крайы аласаҡ.

Ярҙамсы программа сиктәрендә 2012 йылда йәмғеһе 28722 ғаиләнең торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү планлаштырыла.