9 декабрь, Йома

26 ноябрь 2012 йыл, 14:54

Белоретта етем балаларға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Дүшәмбе, 26 ноябрҙә, Белоретта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар – йәмғеһе биш кеше фатирҙарҙан асҡыстар алды.

Муниципаль район хакимиәтендә аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владислав Миронов тантаналы рәүештә асҡыстарҙы Руслан Абдуллин, Наталья Менщикова, Анастасия Галицкова, Наталья Граб һәм Гөлназ Камалетдиноваға тапшырҙы.

Район хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренсә, етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге ҡануниәт йылдан йыл камиллаша бара, бындай балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн средстволар күләме арттырыла. Шулай итеп, 2010 йылда Белорет районына был категория граждандары өсөн торлаҡ һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан өс миллион һумға яҡын аҡса бүленһә, 2012 йылда был сумма 23,5 миллион һум тәшкил итте. Был средстволар иҫәбенә ағымдағы йылда йәнә 13 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, 13 етем бала фатирҙарҙы әлеге ваҡытта Белореттың Твердышев урамында төҙөлөп ятҡан яңы социаль йорттан аласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.