8 декабрь, Кесе йома

26 ноябрь 2012 йыл, 13:58

Өфөлә миллионлы ҡалаларҙың йәштәр саммиты үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Миллионлы ҡалаларҙың йәштәр саммиты Өфөлә 2012 йылдың 29-30 декабрендә үтә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Бындай ҡалаларҙың ыңғай тәжрибәһен таратыу, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы ҡалалары араһында профессиональ һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлекте нығытыу форумдың төп маҡсаты булып тора.

Саммитта ҡатнашыуға йәштәр сәйәсәте учреждениелары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.

Сара сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса секциялар ойоштороласаҡ, улар баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында үтәсәк. Йәштәр саммиты йомғаҡтары буйынса миллионлы ҡалаларҙың йәштәр сәйәсәте учреждениелары Советын булдырыу, резолюция ҡабул итеү һәм мәҡәләләр йыйынтығын баҫтырып сығарыу планлаштырыла.