Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп Алексей Изотов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Алексей Изотов тәғәйенләнде. Тейешле ҡарар 23 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы менән ҡабул ителде.

Биографик белешмә. Алексей Николаевич Изотов 1973 йылдың 26 апрелендә Өфөлә тыуған. 1992 йылда – Өфө радиоэлектроника колледжын, 1997 йылда – Өфө дәүләт авиация техник университетын, 2003 йылда – БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, 2010 йылда Стокгольм иҡтисад мәктәбен тамамлай.

1997 – 2000 йылдарҙа төрлө вазифаларҙа «Башкредитбанк» компанияһында, РФ Һаҡлыҡ банкының Өфө бүлексәһендә эшләй.

2000 – 2004 йылдарҙа — Өфөләге «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, башҡарма директоры, директоры.

2004 – 2010 йылдарҙа — «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры.

2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, хакимиәт башлығы.

Алексей Изотов 2007 йылдан – «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, 2001 йылдан – партияның урындағы сәйәси советы секретары. 3 класлы ғәмәлдәге муниципаль советник дәрәжәһенә эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть