9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2012 йыл, 15:02

Константин Толкачев төбәк парламенттары етәкселәре семинарында ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Закон сығарыусылар советына ингән РФ субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу органдары етәкселәре семинарында ҡатнашты. Бер нисә көн дауамына семинарҙа ҡатнашыусылар иҡтисади, финанс һәм төбәк сәйәсәте мәсьәләләрен, коррупцияға ҡаршы көрәш мөмкинлектәрен һәм актуаль булған халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерҙе.

— Дүрт көн дауамында Мәскәү дәүләт университетында белем алдым, — тип тәьҫораттары менән бүлеште республика парламенты спикеры. – Юриспруденция, сәйәсәт өлкәләрендә алдынғы ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында бик көсөргәнешле уҡыуҙар булды. Тикшереүгә төрлө мәсьәләләр буйынса бихисап һорауҙар тәҡдим ителде. Ғалимдар фекеренсә, Рәсәй сит ил партнерҙары менән конкуренция алып бара алмай. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса беҙ артта ҡалабыҙ. Был кире күренештәрҙе кәметеү буйынса беҙгә ҙур эш башҡарырға тура киләсәк.