3 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2012 йыл, 14:28

Салауат ҡалаһы халҡы «Изгелек һәм мәрхәмәтлек юлынан» хәйриә марафоны фондына 720 мең һумдан ашыу аҡса һалды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Әсә көнөнә арналған «Изгелек һәм мәрхәмәтлек юлынан» хәйриә марафоны Салауат ҡалаһында киң ижтимағи сағылыш тапты. Уны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы һәм ҡала округы Советы менән берлектә Салауат ҡалаһы хакимиәте сығыш яһаны.

Марафонға 16 ноябрҙә старт бирелде, тип хәбәр иттеләр Салауат хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов киң мәғлүмәт саралары аша Салауат халҡына балаларға ярҙам итеү кеүек изге эштә ҡатнашыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Балалар китапханаһы, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы, мәғариф бүлеге, опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре төрлө ярҙамға мохтаж булған балалар исемлеген төҙөгән.

Һәм халыҡ был хәйриә марафонын дәррәү күтәреп алды. Банктағы иҫәпкә предприятие һәм ойошмаларҙан средстволар килә башланы. Ә 22 ноябрҙә «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында махсус «копилка» урынлаштырылды, ҡала халҡы мохтаж балаларға ярҙам итеү кеүек изге эшкә үҙ өлөштәрен индерергә теләп, оҙон сиратта баҫып торҙо. Мәҙәниәт һарайы фойеһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр эшләгән изделиелар күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Сара концерт номерҙары менән биҙәлде.

12 сәғәттән алып 18-гә тиклем Мәҙәниәт һарайына килгән ата-әсәләр, йәштәр, пенсионерҙар ярҙамы менән 727146 һум аҡса йыйылды. Ә марафондың банктағы иҫәбенә предприятие һәм ойошмаларҙан ҡабул ителгән аҡса хаҡында мәғлүмәт һуңыраҡ билдәле була. Сөнки теләгән һәр кем алдағы аҙна дауамында иҫәпкә аҡса һала ала әле.

темалар: хәйриә,марафон