9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2012 йыл, 12:50

Илеш районы китапханасыһы Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Илеш районының Бишҡурай ауылы китапханасыһы Рәфилә Ғәлимханова Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды. «Тере хәтер мәңгелек» ижади проекты өсөн ул 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

БР Президентының 2008 йылғы «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы, гранттар мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт, архитектура һәм дизайн, кино, музей, клуб һәм китапхана эше өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлау, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү буйынса ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бирелә.

Ағымдағы йылда БР Хөкүмәте 25 сәнғәт хеҙмәткәрен 100 мең һум күләмдәге гранттар менән наградлау тураһындағы ҡарар ҡабул итте. 300 мең һум күләмдәге биш грант ижади коллективар өсөн тәғәйенләнә.