4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2012 йыл, 12:18

Өфөлә Park Inn Radisson ҡунаҡханаһын төҙөү проекты хупланды

автор: Любовь Колоколова

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС иллдәре саммитарына Өфөлә шәхси инвесторҙар средстволары иҫәбенә ҡунаҡханалар төҙөләсәк. Ҡала төҙөлөшө советының Өфөнөң баш архитекторы ҡатнашлығындағы сираттағы ултырышы барышында дүрт объекттың архитектура концепциялары тәҡдим ителде. Уларҙың береһе – Мостай Кәрим һәм Революцион урамдары киҫешкән урында төҙөләсәк дүрт йондоҙло Park Inn Radisson ҡунаҡхана комплексы.

Ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ҡунаҡхана проекты Революцион урамындағы биналарға, атап әйткәндә, Пионерҙар йортона һәм «Уралсиб» банкы бинаһына композиция йәһәтенән тап килә. Комплекстың архитектура концепцияһы хупланды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, Өфөлә 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС иллдәре саммитарына ҡунаҡханалар төҙөлөшөн ваҡытында тамамлау төп маҡсат булып тора.

– Төҙөлөш мәсьәләләрендә потенциаль инвесторҙарҙы бер ни ҙә тотҡарлап торорға тейеш түгел. Ҡабул ителгән документтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡарап сығыу зарур, ә беҙҙән сыҡҡан документтар аныҡ һәм төплө, нигеҙле булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Ялалов.  – Ҡунаҡханалар шәхси инвесторҙар средстволары иҫәбенә төҙөлә, был 10 миллиард һумдан ашыу аҡса. Шуға күрә төҙөүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслыбыҙ.