5 декабрь, Дүшәмбе

23 ноябрь 2012 йыл, 11:02

Үзбәкстан профессоры Башҡорт дәүләт университетында лекция уҡыясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Филология фәндәре докторы, Ташкент дәүләт Көнсығышты өйрәнеү институты (Үзбәкстан) профессоры Афтандил Эркинов Башҡорт дәүләт университетында лекция уҡыясаҡ.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, лекциялар башҡорт филологяһы һәм журналистика, шулай уҡ тарих факультеттары студенттары һәм уҡытыусылары өсөн ойошторола. Профессор менән осрашыуҙар 3-5 декабрҙә төп корпустың 423-сө бүлмәһендә үтә. Ғалим-төркиәтселәр һәм тарихсыларға профессор Эркинов Көнсығышты өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре хаҡында һөйләйәсәк.