Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙа Тимур Ғабдуллин иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры асылды

Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында Рәсәйҙең спорт мастеры Тимур Ғабдуллин иҫтәлегенә арналған «А» класындағы Бөтә Рәсәй бокс турниры асылды. Бындай статуста турнирҙы Октябрьский дүртенсе тапҡыр ҡабул итә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Бәйгелә Өфө, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Һамар, Пермь, Ульяновск, Димитровград ҡалаларынан, Татарстандан 48 спортсы ҡатнаша.

Тимур Ғабдуллин иҫтәлегенә тәүге турнирҙы 2003 йылда Тимурҙың атаһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Нил Ғабдуллин ойоштора. 10 йәшендә спорт карьераһын башлап, Тимур Ғабдуллин күп уңыштарға өлгәшә: Башҡортостан Республикаһы беренселектәрендә, Ҡораллы Көстәр чемпионаттарында еңеүсе һәм призер була, Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ була. Юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеп, үҙ белемен балаларға биреү, тәжрибә уртаҡлашыу теләге менән янған спортсы 2000 йылда Урал физик культура академияһына уҡырға инә. Тик был пландарына тормошҡа ашырға яҙмай, 2002 йылдың 23 ноябрендә Тимур Ғабдуллин беҙҙең аранан китеп барҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть