Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Ун ай йомғаҡтары буйынса республика бюджеты профицит менән үтәлгән

Иҡтисад

2012 йылдың ун айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы бюджеты 2,2 миллиард һумлыҡ профицит менән үтәлгән. Килемдәр өлөшө – 120 миллиард һум, сығымдар өлөшө 117,8 миллиард һум күләмендә финансланған. Был хаҡта БР Финанс минисрлығынан хәбәр иттеләр. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, килемдәр – 5,5 процентҡа, сығымдар 19,4 процентҡа артҡан.

Ҡаҙнаны тулыландырыуҙың төп сығанаҡтары – физик шәхестәр табыштарына, ойошмалар килеменә һалымдар, шулай уҡ милеккә акциздар һәм һалымдар. Шул уҡ ваҡытта физик шәхестәр табыштарына һалымдар, милеккә акциздар һәм һалымдар суммаһы артһа (2011 йыл кимәле менән сағыштырғанда, үҫеш, шул тәртиптә, 13 процент, 12,3 процент һәм 14,2 процент тәшкил итә),  ойошмалар килеменә һалымдар 1,6 процентҡа кәмегән.

Сығымдар структураһында элеккесә социаль өлкә өҫтөнлөк итә. Бюджет ойошмаларына субсидияларға, эшләмәгән граждандарҙы медицина һәм пенсия страховкалауына, төрлө пособиеларға, стипендияларға һәм башҡа социаль түләүҙәргә сығымдарҙың дүрттән бер өлөшө йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты 2012 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында килемдәр буйынса – 97,2 миллиард һум күләмендә (2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса был 105 процент тәшкил итә), сығымдар буйынса 97,9 миллиард һум күләмендә (122,3 процент) үтәлгән. Урындағы бюжеттарҙың килеме – 56,3 миллиард һум (117,5 процент), сығымдары 53,4 миллиард һум (117,8 процент) тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть