3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2012 йыл, 18:02

Башҡортостан паралимпиясылары һәм уларҙың тренерҙары республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөнөң Конгресс-холында сираттағы Паралимпия йыйылышы асылды. Унда Рәсәй Паралимпия комитеты президенты, Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Владимир Лукин, Рәсәй Паралимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Павел Рожков, РФ Һуҡырҙар спорты федерацияһы рәйесе Лидия Абрамова, Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған инвалидтар федерацияһы рәйесе Лев Селезнев ҡатнаша. Ә көн элгәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың билдәле паралимпиясыларын һәм уларҙың тренерҙарын республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы.

«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән Өфө ҡалаһы ҡала округының 7-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Елена Паутова наградланды.

Халыҡтар дуҫлығы орденына түбәндәгеләр лайыҡ булды: Өфөнөң 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Петр Буйлов, Өфөнөң 18-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Оксана Савченко, 18-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Игорь Тверяков, Белорет ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Лилиә Шобухова.

Салауат Юлаев орденын түбәндәге спортсылар алды: 18-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Михаил Зимин, 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Андрей Коптев, 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Алексей Лабзин, 18-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Александр Неволин-Светов, Өфөнөң 15-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Анастасия Овсянникова, байдарка һәм каноэла ишеү буйынса махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Илья Первухин.

«Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән түбәндәгеләр наградланды: 15-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Геннадий Алексеев, Өфө ҡалаһы ҡала округының фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Фәрит Арыҫланов, спорт йүнәлешендәге 5-се республика урта дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты директоры Геннадий Голодович, 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Анна Сорокина, 15-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Татьяна Щепетильникова.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына түбәндәгеләр лайыҡ булды: 15-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Григорий Андреев, 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Иван Андреев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы спортсы-инструкторы Антон Анчин, БР Һуҡырҙар спорты федерацияһы спортсы-инструкторы Альбер Әсәҙуллин, Өфөнөң фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Артур Әхмәтхузин, 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Рәмил Әйүпов, БР Һуҡырҙар спорты федерацияһы табибы Рубин Баталов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы тренер-уҡытыусыһы Илдус Ғилемшин, 15-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсыһы Андрей Жирнов, БР Һуҡырҙар спорты федерацияһы массаж яһаусыһы Виктор Зубарев, фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Галина Иванова, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса Идаралығы ҡарамағындағы полицияның патруль-пост хеҙмәте полкы хеҙмәткәре Егор Николаев, Өфөнөң 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Николай Подъяпольский, 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Илья Помыкалов, 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе инструктор-спортсыһы Елена Савельева, 15-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсыһы Айгөл Сәхипзадаева, Белорет ҡалаһының 3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренер-уҡытыусыһы Татьяна Савченко, фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Тимур Фәйзуллин, фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Тимур Хәмәтшин, фехтование буйынса 19-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Марат Йосопов.

Республика башлығы указдары менән шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән почетлы исем түбәндәгеләргә бирелде: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының спорт һәм резерв әҙерләү буйынса бүлеге начальнигы Гөлфиә Кәшфиева, Өфө ҡалаһы ҡала округының «18-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһының йөҙөү буйынса тренер-уҡытыусыһы Гүзәл Тверякова.

Өфөнөң 7-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Анатолий Быстров, Белорет ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы Игорь Шобухов Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.