10 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2012 йыл, 16:34

Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар торлаҡ сертификаттары алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Стәрлебаш районы хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Торлаҡ сртификаттарын ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм унда ҡатнашыусыларҙың ете тол ҡатыны – йәмғеһе туғыҙ кеше алды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Сертификаттарҙың дөйөм суммаһы – туғыҙ миллион һумдан ашыу.

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ветерандарға Ватанға тоғролоҡтары, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Хәҙер ветерандарға уңайлы торлаҡ табыу төп бурыс булып тора, тип билдәләне ул. Хакимиәт башлығы тейешле хеҙмәттәргә документтар әҙерләүҙә ветерандарға ярҙам итергә ҡушты.

Дөйөм алғанда 2012 йылда Стәрлебаш районында 30 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ сертификаттары алған. Уларҙың дөйөм суммаһы – 30 миллион һумдан ашыу.