3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2012 йыл, 15:34

Өфөлә сираттағы Паралимпия йыйылышы асылды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Конгресс-холында сираттағы Паралимпия йыйылышы асылды.

Был Рәсәй Паралимпия комитетының 1996 йылда булдырылған юғары органы булып тора. Йыйылыш дүрт йылға ике тапҡыр уҙғарыла. Паралимпия йыйылышы барлыҡҡа килгәндән алып, ул тик Мәскәүҙә үткәрелде. Һәм бына тәүгә Башҡортостан спортсылары юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн был Йыйылышты үткәреү хоҡуғы беҙҙең республикаға бирелде.

Сарала Рәсәй Паралимпия комитеты президенты, Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Владимир Лукин, Рәсәй Паралимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Павел Рожков, РФ Һуҡырҙар спорты федерацияһы рәйесе Лидия Абрамова, Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған инвалидтар федерацияһы рәйесе Лев Селезнев ҡатнаша.

Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөлөшөн туҡтатыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Әммә Владимир Лукин был мәсьәләне хәл итеүгә оптимизм менән ҡарай:

— Аныҡ прогноздар бирә алмайым, әммә был эш урынынан мотлаҡ ҡуҙғаласаҡ, тип уйлайым.

Йыйылыш сиктәрендә Рәсәй йыйылма командаһының Лондонда үткән Паралимпия уйындарында сығыш яһауына йомғаҡ яһаласаҡ, беҙҙең спортсыларҙы 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үтәсәк киләһе Паралимпия уйындарына әҙерләү концепцияһы тикшереләсәк.

Бынан тыш, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Анрей Иванюта төбәктә паралимпия хәрәкәтен үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.